+15 °С
Облачно
VK
Халыҡ ижады
28 Июня 2025, 09:30

АЛҒЫШ

Халыҡ ижады

АЛҒЫШАЛҒЫШ
АЛҒЫШ

Алғыш әйтәм, алығыҙ!
Яҡшы юлдан барығыҙ,
Теләк – ул изге терәк,
Теләк барына кәрәк!
Яҡшыларға, яҡтыларға,
Һәр ике әҙәми затҡа
Яҡшылыҡ теләп йөрөгөҙ –
Яҡшы булыр көнөгөҙ!
Ғүмер юлы тиҙ үтә –
Теләк теләп ҡалығыҙ!
Алғыш юлы – иман юлы,
Алғыш алыу – уңыш юлы –
Алғыш ала барығыҙ!
Алғыш бирә барығыҙ!


Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА,
филология фәндәре докторы.

 

Рәссам Таңсулпан КҮГӘРСЕН

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас