"Мин "Аҡбуҙат" һәм "Аманат" журналдарын уҡып үҫтем. Әле лә яҡшы хәтерләйем: дуҫтарым менән был баҫмаларҙа сыҡҡан төрлө уйындарҙы ҡырҡып ала торғайныҡ. Һәр бала кеүек, беҙҙең һүрәттәрҙе, яҙғандарҙы ла журналда баҫтырып сығарһындар ине тип хыяллана инек. Хәҙер ҙә был йола һаҡлана килә, тик уйын һәм һүрәттәр генә түгел, фәһемле мәҡәләләр ҙә ҡыҙыҡһындыра беҙҙе. Үҙем генә уҡымайым, эштәгеләр уҡыһын тип, офиста ҡалдырып китәм.
Бөгөн етәкселәр менән бергә уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү һәм үҙ-ара эш итеүҙең башҡа форматтары тураһында ла һөйләшеп килештек. Йәйгеһен "Изге подписка" акцияһына ҡушылдым: баҫмаларға ғаиләмде һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар ғаиләһен яҙҙырҙым.
Әгәр ҙә һеҙҙең дә ярҙам итергә мөмкинлегегеҙ бар икән - ҡушылығыҙ! Баҫмаларға яҙылығыҙ, уны социаль учреждениеға йәки уҡырға яратҡан, яңылыҡтарға мохтаж кешеләргә бүләк итегеҙ!"
"Аҡбуҙат" журналын уҡып үҫкән, яратҡан баҫмабыҙҙың һәр һанын түҙемһеҙләнеп көтөп алған шәхестәр араһында - министрҙар ҙа бар!
Үҫтерә, ҡанат ҡуя, хыялдарға илтә, берләштерә ул "Аҡбуҙат"!