"Уҡытыусы һөнәре - һәр йәмғиәттең нигеҙе икәнлеген онотмайыҡ! Был музей ошо һөнәргә ҡарата ғорурлыҡ һәм уның бөйөклөгөнә ышаныс тыуҙырған урын булһын", - килгән ҡунаҡтарҙы уҡыусылар ошо һүҙҙәр менән ҡаршы алды.
Әлегә был музей ҙур түгел, әммә хәҙерҙән ул конкурстың бай тарихын сағылдырған уникаль экспонаттар йыйған. Улар араһында - архив фотоһүрәттәре, журналдар, бөтә Рәсәй конкурстарында Күмертау һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаған еңеүселәр һәм финалсылар тураһында материалдар.