-3 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Август , 16:42

730 бала "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы ярҙамында мәктәпкә әҙер!

1 июлдән республикала "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" тип аталған хәйриә акцияһы үтә. Уның маҡсаты - балаларға һәм ата-әсәләргә яңы уҡыу йылына әҙерләнергә ярҙам итеү.

730 бала "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы ярҙамында мәктәпкә  әҙер!
730 бала "Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит" акцияһы ярҙамында мәктәпкә әҙер!

Бөгөн, мәҫәлән, акцияла 222 юридик шәхес һәм 99 кеше ҡатнашҡан һәм мохтаж ғаиләләр өсөн мәктәп кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, аяҡ кейеме тапшырылған. Иғәнәләр суммаһы 2,3 миллион һумдан ашыу тәшкил итә.

Акция 31 авгусҡа тиклем дауам итә, унда һәр кем ҡатнаша ала.

Әйберҙәрҙе «Ғаилә» үҙәгенә тапшырырға мөмкин. Ғаилә хеҙмәттәре адрестарын Башҡортостандың Ғаилә порталында табырға була.

Ҡыҙыу линия телефоны - 8-800-347-5000.

Фото: "Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте" сайтынан

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: