+17 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!

Әбйәлил районы Яңы Балапан ауылында йәш ғаилә Йәғүҙин Әсғәт менән Нәсимә балалар өсөн Ҡорбан байрамы ойошторҙо!

Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!
Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!

Үргисеү яланында ойошторолған байрамда ҡыҙыҡлы уйындар, ярыш, викторина ойошторолдо. Ҡатнашыусыларға күп бүләктәр әҙерләнгән ине, хатта саранан һәр бала бер ҡапсыҡ күстәнәс алып ҡайтты. Ҡорбан ите, самауыр сәйе эсеү, бер ҡаҙан былау - һый-хөрмәт бар халыҡҡа етте, хатта артып ҡалды!

 

Йәғүҙиндар ғаиләһенә, аш бешереүсе инәйҙәр һәм Рәсих Әсләм улына, барлыҡ ата-әсәләргә ошондай матур байрам өсөн ҙур рәхмәт! Донъялар тыныс торһон! Барығыҙға ла Аллаһы тәғәлә сауаптарын насип итһен.

Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!
Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!
Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!
Кескәйҙәрҙең рәхмәте изгелек булып үҙегеҙгә ҡайтһын!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас: