+32 °С
Ясно
VK

Зәйнетдин 200 йәш талант менән сығыш яһай!

26 июнь көнө 21:00 сәғәттә Зәйнетдин 200 йәш талант менән Совет майҙанында сығыш яһаясаҡ!  

Популяр музыкант биш балалар коллективы менән уникаль этно-шоу әҙерләй. Зәйнетдин менән сығыш яһаусы коллективтар: «Модус» шоу-балеты, «Тамыр» телеканалының вокал студияһы, «Ассоль» өлгөлө вокаль-хореография студияһы, «Ирис» бейеү коллективы, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - Ҡалтасы районы Краснохолмский ауылынан «Холмичи» өлгөлө ҡалаҡтар менән уйнау театры.

 

"Балалар менән уларҙың телендә һөйләшергә, фольклорҙы заманса итергә теләйем", - тине артист үҙе “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында үткән матбуғат конференцияһында.

 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас