

Бөгөн Мостай Кәрим исемендәге "Өфө" халыҡ-ара аэропорты һәм тимер юл вокзалы ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы ала. Йәш таланттарҙы ҡаршы алыу йола буйынса ойошторола: башҡорт халыҡ бейеүҙәре, ҡурай моңдары менән!
- Фестивалдең төп майҙансығы - Совет майҙаны.
- Үткәрелеү көндәре: 24-26 июнь.
Туған халҡы мираҫын ҡәҙерләгән һәр кем өсөн оло байрам был - сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!
#Фольклориада2026