

Программала:
- 24 июнь - Совет майҙанында фестивалде асыу тантанаһы (18:00–22:00). Әйлән-бәйлән, парад. Төп ҡунаҡ - Марина Девятова.
- 25 июнь - 4 паркта концерттар, оҫтаханалар, күргәҙмәләр (11:00–17:00). Төп ҡунаҡ - "Ay YOLA" төркөмө.
- 26 июнь - сараны ябыу тантанаһы. Төп ҡунаҡ - Zainetdin этно-шоуы.
- Фәнни саралар ҙа ҡаралған: "Фольклор һәм балалар. Традициялар аша берҙәмлеккә" конференцияһы үтәсәк.
- Башҡортостан республикаһының Милли музейында "VI Бөтә донъя фольклориадаһы мираҫы" күргәҙмәһе ойошторола.
Сараларға инеү ирекле!
Тулыраҡ программа - Республика халыҡ ижады үҙәге сайтында һәм "Бәйләнештә" төркөмөндә.
Ғаиләгеҙ менән килегеҙ - күңелле буласаҡ!