+29 °С
Облачно
VK
Конкурстар
30 Октября 2025, 10:02

"Иң шәп өләсәй" конкурсы буйынса килгән йыш һорауҙарға яуап бирәбеҙ!

❓- Конкурсҡа ҡушылыу әле һуң түгелме?❗- Юҡ, конкурс ноябрь аҙағына тиклем барасаҡ! Бөгөндән ҡушылып эш башлай алаһығыҙ.

"Иң шәп өләсәй" конкурсы буйынса килгән йыш һорауҙарға яуап бирәбеҙ!"Иң шәп өләсәй" конкурсы буйынса килгән йыш һорауҙарға яуап бирәбеҙ!
"Иң шәп өләсәй" конкурсы буйынса килгән йыш һорауҙарға яуап бирәбеҙ!


❓- Конкурсҡа ҡушылыу өсөн иң башта ни эшләргә кәрәк?
❗- Иң беренсе ғариза һәм мәғлүмәт эшкәртеү тураһында ризалыҡ ебәреү кәрәк. Улар Бәйләнештә селтәрендә беҙҙең төркөмдә бар. Йә 89177602527 һандары буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ.

❓- Мине конкурсҡа алғандармы икәнлеген нисек белергә?
❗- Һеҙ ғариза ебәргәс, "Аҡбуҙат" хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә сыға. Ғариза ебәргән өләсәйҙәр шунда уҡ беҙҙең конкурс ҡатнашыусыһы булып китә.

❓- Ә ниндәй саралар үткәрергә мөмкин?
❗- Барыһы ла һеҙҙең фантазиянан тора. Балалар баҡсаһында оҫталыҡ дәрестәре, йола, ғөрөф-ғәҙәт күрһәтеү, әкиәттәр уҡыу - ниндәй сара үткәрергә тик һеҙ үҙегеҙ хәл итәһегеҙ.

❓- Ә минең үткәргән сараларымды баһалама ағзалары нисек күрер?
❗- Үткәргән бөтә сараларығыҙҙы ла Бәйләнештә селтәрендә үҙегеҙҙең сәхифәгеҙҙә күрһәтеп барыу кәрәк. Шуға ла "Аҡбуҙат"хеҙмәткәрҙәре һәр берегеҙҙән бәйләнештәге сәхифәгеҙгә һылтанма һорап ала.

❓- "Аҡбуҙат" журналына яҙылыу мотлаҡмы?
❗- Әлбиттә! Конкурста ҡатнашыусылар беҙҙең баҫмаға яҙылған булырға тейеш. Һәм башҡаларҙы ла журналға яҙҙырып, квитанцияларҙы йыйып барыу кәрәк. Был һеҙгә өҫтәлмә мәрәй буласаҡ.

❓- Еңеүселәргә бүләктәр бармы?
❗- Һис шикһеҙ!
Бына улар:
🎁 3 робот саңһурғыс;
🎁 3 "Алиса" аҡыллы колонкаҺы;
🎁 2 икмәк мейесе;
🎁 1 саңһурғыс!

 

Фото: Зиннур Боҫҡоновтан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас