+7 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
18 Октябрь , 18:01

"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында

17 октябрҙә Бишбүләк районының 1-се урта мәктәбендә "Аҡмулла уҡыуҙары" сараһы булып үтте. Шиғыр бәйгеһендә Айыт, Дим, Уҫаҡ Кисеү, Бишбүләк мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.  "Аҡмулла уҡыуҙары"ның икенсе этабын ноябрь айында Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейында үткәреү ҡарала.

"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында
"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында

17 октябрҙә Бишбүләк районының 1-се урта мәктәбендә "Аҡмулла уҡыуҙары" үтте. Мең ырыуҙары төбәк-ара ойошмаһы һәм райондың Мәғариф бүлеге менән берлектә район балалары араһында ошондай матур конкурстар, кисәләр йыш уҙғарыла.
Шиғыр бәйгеһендә Айыт, Дим, Уҫаҡ Кисеү, Бишбүләк мәктәбе уҡыусылары ҡатнашты.
Район башҡорттары Ҡоролтайы Булат Назиф улы Ноғоманов сараға килеүселәрҙе сәләмләп үтте, һәммәһенә лә уңыштар теләне. Жюри ағзалары 18 уҡыусының сығышын баһаланы. Күренекле мәғрифәтсе, башҡорт шағиры М. Аҡмулланың шиғырҙарын сит милләт балалары ла тасуири итеп һөйләне. Ҡунаҡтарға һәм жюри ағзаларына барыһынан да бигерәк Хәмитова Илүзәнең (Йылбулаҡтамаҡ мәктәбе, етәксеһе Кинйәбаева И. Р.) һәм ҡумыҙҙа уйнап, "Нәсихәттәр" шиғырын көйләп һөйләүсе Абайҙуллина Лидиянаның (Дим урта мәктәбе, етәксеһе Тихонова Р. С.) сығыштары оҡшаны. Һәләтле ҡыҙҙар "Мең ырыуы" төбәк-ара йәмәғәт берләшмәһенең 1-се дәрәжә дипломына лайыҡ булды. Уларҙы Мең ырыуҙары йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәнов бүләкләп үтте. Шулай уҡ матур итеп яттан шиғыр һөйләгән башҡа уҡыусыларға ла 2-се һәм 3-сө дәрәжә дипломдар тапшырылды.
М. Аҡмулланың ижадын төплө өйрәнеп, уның тураһында китап яҙған Фәнис Фәтих улы бөйөк мәғрифәтсенең шиғри мираҫының әһәмиәте тураһында һөйләне.
Тырыш, ныҡышмал уҡыусылар яҙыусының "Аҡмулла нәсихәттәре" китабын алып ҡыуанды.
Шиғриәт кисәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, йырсы Зөлфиҙә Муллағәлиеваның милли кейемдәрҙәге уҡыусылары менән бергәләп "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк" йырын башҡарыу менән тамамланды. Эйе, шағир үҙе булмаһа ла, рухы бер ваҡытта ла һүнмәй.
Шуныһын да әйтергә кәрәк: "Аҡмулла уҡыуҙары"ның икенсе этабын ноябрь айында Шишмә районындағы Евразия күсмә цивилизациялар музейында үткәреү ҡарала.

Бишбүләк районы,
Ләйлә Ғүмәрова.

"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында
"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында
"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында
"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында
"Аҡмулла уҡыуҙары" - Бишбүләк районында
Автор:Зухра Рахматуллина
Читайте нас: