+8 °С
Дождь
VK
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октября , 05:58

Байрамығыҙ менән, олатай һәм өләсәйҙәр!

1 октябрь - Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө. Уның рәсми булмаған исеме лә бар: изгелек һәм ихтирам көнө.Был иҫтәлекле датаның маҡсаты - оло йәштәге кешеләргә иғтибар, ихтирам күрһәтеү һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткереү.

Добавить в предпочтительные источники Google
Байрамығыҙ менән, олатай һәм өләсәйҙәр!Байрамығыҙ менән, олатай һәм өләсәйҙәр!
Байрамығыҙ менән, олатай һәм өләсәйҙәр!

Беҙҙең кескәйҙәрҙе тәрбиәләүҙә оло быуын кешеләренең өлөшө әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Рухлы, моңло, аҡыллы, изге күңелле олатай һәм өләсәй ҡарамағында тәрбиәләнгән бала - бәхетле бала.
Шуға күрә лә олатай һәм өләсәйҙәргә оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ!
"Аҡбуҙат" журналының яҡын дуҫтары ла улар - оло йәштәгеләр. Беҙгә яҙған матур шиғыр һәм әкиәттәрегеҙ, изге һүҙҙәрегеҙ өсөн дә рәхмәт!

 

Оло быуын вәкилдәренә ныҡлы һаулыҡ, әүҙем оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге, һәр көндөң тәмен-йәмен татып йәшәүҙәрен теләйбеҙ! Һеҙҙең кәңәштәрегеҙ, аҡыллы һүҙҙәрегеҙ менән беҙҙең бөгөнгөбөҙ ныҡ, киләсәгебеҙ нурлы!

 

Фото: Зиннур Боҫҡонов

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас