-1 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
8 Сентября , 06:10

Йәш рәссамдарҙы яңы конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Ҡыҙҙар һәм малайҙар! Үҙ һәләтегеҙҙе күрһәтеп, хәүефһеҙ тауарҙар хаҡында һөйләргә теләр инегеҙме? Улайһа, Бөтә Рәсәй "Ҡулланыусылар ышанысы" һүрәттәр конкурсына рәхим итегеҙ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш рәссамдарҙы яңы конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!Йәш рәссамдарҙы яңы конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Йәш рәссамдарҙы яңы конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Конкурс темаһы: "Хәүефһеҙ тауарҙар. Ышаныслы ҡулланыусылар".

Конкурс 4-14 йәшлек балаларға тәғәйнеләнгән.

Конкурста ҡатнашыу өсөн, һүрәт төшөр ҙә, уны фотоға төшөрөп, йә скан аша үткәреп, түбәндәге адресҡа ебәр: info@doverie-potrebitelei.ru .

Эштәр 1 сентябрҙән 15 октябргә тиклем ҡабул ителә.

Еңеүселәр 12 ноябрь билдәләнәсәк.

Еңеүселәргә диплом һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Һәр ҡатнашыусыға сертификат та ебәрелә!

Конкурстың тулы шарттары: https://национальный-конкурс.рф/shablondlyaformspromoaktsiey/

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас