

Иҫәнғол ауылының "Алёнушка" балалар баҡсаһында бөтәһе - 6 төркөм, уларҙа 145 бала тәрбиәләнә. 2 төркөм башҡорт телендә алып барыла, уларҙағы балалар һаны - 40.
Башҡорт төркөмдәренең төп тәрбиәселәре - Ваһапова Гөлфиә Риф ҡыҙы һәм Дүсмәтова Эльвира Ғәзиз ҡыҙы. Дәрестәр "Гөлбостан" телмәр үҫтереү өсөн методик ҡулланмаһы буйынса алып барыла.
Әйткәндәй, "Аленушка" балалар баҡсаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан әҙерләнгән "Тере һүҙ" проекты плакаттарын үҙ эшендә ҡуллана башлаған!
Проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.