

ОСҺОҘ БУЛДЫММЫ?
- Әсәй, әйҙә беҙ ҙә бәпәй алайыҡ, Ильястар алған даһа? - тип һорап ҡуйҙы бер көн Самира.
- Бәпес алырға аҡса юҡ шул әле беҙҙең, - тине әсәһе.
Самира уйланып ултырҙы, унан:
- Мин шулай осһоҙ булдыммы ни? - тине аптырап.
БУШҠА ТҮГЕЛ
Атаһы Самираны балалар баҡсаһынан алып ҡайтып килә.
- Шунан, бөгөн нимәләргә өйрәндең?
- Хәрефтәр өйрәндек, һүрәт төшөрҙөк, - ти ҡыҙыҡай.
- Баһа ҡуйҙымы апайығыҙ?
- Миңә юҡ, ә Ильяс "йондоҙ" алды, - тик күңелһеҙ генә.
- Эй, бушҡа ғына йөрөйһөң икән, - тип шаярта атаһы.
- Бушҡа түгел, бөгөн кәтлит булды. Кәтлит яратам даһа, - тип шатланып яуаплай ҡыҙыҡай.
ЭСЕМ УЯНДЫ
Самира өләсәһенә ҡунаҡҡа килгән. Бөгөн иртә менән тороп, кейенеп тә алған.
- Саҡ таң атты лаһа. Ята бирһәңсе, - ти өләсәһе.
- Мин йоҡлар инем дә ул, эсем уянды шул, - ти эсен ыуалап.
Фариха ВӘЛИУЛЛИНА.
Фото: Нүрзилә менән Инзирә Баязитоваларҙан.