

Ололарға бар яҡлап та ярҙам итергә тырыша сос ҡыҙыҡай. Яҙ көнө йәшелсә сәсергә ярҙам итәм тип торған Асияны бәрәңге сәсешергә алып сыҡҡандар. Сепей ҙә көтөшә. Яңғыҙы сәғәттәр буйы шул һары йомроҡастарҙы ҡарап ултырғаны бар.
Ә бер көндө бесәнгә эйәреп барған. Ололарҙың тырмаһын һорап йөҙәткәс, үҙенә кескенә тырма ла эшләп биргәндәр. Мыжымай ғына Асия бик оҙаҡ бесән тырмашҡан шулай.
Һыйыр һауғандарын күрһә, бында ла үҙ ярҙамын тәҡдим итә икән. Әлегә өлкәндәр бындай эштәргә ебәрмәй кескәй ҡыҙҙы.
Бик уңған, тырыш һылыу үҫеп килә, шуныһы ҡыуаныслы! Күҙ теймәһен!