+17 °С
Ясно
VK

ИКЕ МИЛӘҮШӘ

"Шәхес һәм мин" рубрикаһы

ИКЕ МИЛӘҮШӘИКЕ МИЛӘҮШӘ
ИКЕ МИЛӘҮШӘ

Бөйөк педагог, профессор, юғары мәктәп уҡытыусыһы Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина быйыл үҙенең 100 йәшлек юбилейын билдәләне. Ул 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың
атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины.
Миләүшә Ғәли ҡыҙы бик күп вокалистарҙы тәрбиәләгән: Радик Гәрәев, Илфаҡ Смаҡов, Сажиҙә Ғәлимова, Иҙрис Ғәзиев, Владимир Белов, Илдар һәм Асҡар Абдразаҡовтар, Вәхит Хызыров һәм башҡа бик күп профессионалдар – уның уҡыусылары. Ижади ҡаһарманлығы өсөн
уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Нурлы йөҙлө Миләүшә Шәйхисламоваға 5 йәш. Ул балалар баҡсаһына йөрөй. Бейергә, йырларға ярата. Берәй йыр ишетеп ҡалһа, шунда уҡ көйләп, йырға ҡушылып китә.
Быйыл Нефтекама ҡалаһында уҙғарылған «Күңелеңде һалып бейе!» Бөтә Рәсәй бейеү конкурс-фестивалендә ҡатнашып, «Һылыуҡай» башҡорт бейеүе менән 1-се урын яулаған.
Киләсәктә ҙур сәхнәләргә сығып, артист булырға хыяллана.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас