

Ҡыҙ оҫта башҡарыуы менән баһалама ағзаларын һәм тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. «Еңеү өсөн рәхмәт әйтәбеҙ!» номинацияһында Эллария еңеү яуланы. Был – ҙур ҡаҙаныш!
Быйыл талантлы ҡыҙ беренсе класҡа уҡырға бара. Ул йыл дауамында әҙерлек дәрестәрендә хәрефтәрҙе, һандарҙы өйрәнде. Уның лицейға ҡабул итеү имтихандары ла юғары баһаланды.
Эллария балалар баҡсаһынан тыш, «BABY DANCE» бейеү түңәрәгенә, бассейнға йөрөй. Бәләкәстең көн тәртибе тығыҙ, ләкин ул барыһына ла өлгөрә. Беҙ уға киләсәктә лә
уңыштар, ныҡлы аҙымдар, хыялдарына табан ҡыйыу барыуын теләйбеҙ. Алдағы юлың яҡты булһын, кескәй йондоҙсоҡ!
Гөлназ АСАИНОВА.