

«BABY Ti» ҡушаматы алған талантлы йәш йырсы Арыҫлан Тимеровтың сығыштарын балалар, йәштәр бик ярата.
Ул заманса рэп стилендәге йырҙар менән танылыу яуланы. «Ирәндек моңдары», "Оҙон көй», «Юлдаш» радиоһы ойошторған конкурстар лауреаты.
Арыҫлан Тимеров башҡарыуындағы «Ҡара ат», «Ҡаһым түрә», «Ильяс» халыҡ йырҙарын йәштәр ҙә, ололар ҙа үҙ итте. Балалар танылған йырсының дәртле, рухлы йырҙарын отоп алып, тамашаларҙа уға ҡушылып йырлай.
Арыҫлан Байдәүләтов — «Аҡбуҙат»тың тоғро дуҫы! Ул баҫманың һәр һанын уҡып бара, үҙ фекерҙәрен яҙып ебәрә. Бәләкәй сағынан шуҡ, шаян малай М.
Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 3-сө класын тамамлаған. Балалар баҡсаһынан футбол менән шөғөлләнә. Күп кенә турнирҙарҙа шәп уйынсы исеменә лайыҡ булған. Йәйге каникулын мәктәп янындағы лагерҙа башлап ебәргән. Ул Көйөргәҙе, Баймаҡ райондарында йәшәгән олатай-өләсәһе, ҡартай-
ҡәрсәһе янында ла ял итергә теләй.
Беҙ уның да, аҙашы кеүек, рухлы, талантлы шәхес булып үҫеүен теләйбеҙ!