+14 °С
Дождь
VK

"Аҡ сәскә" балалар баҡсаһы менән таныштыҡ

Благовещен ҡалаһы 6-сы "Аҡ сәскә" ("Ромашка") балалар баҡсаһы 2018 йылдан эшләп килә.Бында йәмғеһе 6 төркөм.  

2022 йылда инновацион эшмәкәрлек нигеҙендә 5-7 йәшлек балалар өсөн "Йәш шайморатовсыла"» төркөмө булдырыла. Инновацион эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре: тыуған яҡ, уның тарихын, символикаһын өйрәнеү, башҡорт телен уҡытыу.

 

Тәрбиәләнеүселәр менән башҡорт телен өйрәнеү "Башҡортса һөйләшәбеҙ" түңәрәк эшмәкәрлеге арҡылы алып барыла. Был эш Аҙнабаева Фирҙәүес Гис ҡыҙы һәм Нафиҡова Зәкиә Ғәлиәхмәт ҡыҙының «Осҡон» парциаль программаһы методик әҙәбиәт нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ "Аҡбуҙат" журналына даими яҙылалар, баҫма арҡылы балалар тыуған яҡ, геройҙар тураһында өйрәнә, уйындар уйнайҙар.
Был эште юғары педагогик белемгә эйә
Латипова Айһылыу Фәнил ҡыҙы алып бара.

 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас