

Бында 2022 йылда "Аманат" балалар үҫеш үҙәге асылған. Ул төрлө йәштәге балалар өсөн дәрестәр тәҡдим итә: урта, өлкән һәм кескәй төркөм балалары. Урта һәм өлкән төркөмдә полилингваль курстар булдырылған, бында балалар башҡорт, ғәрәп һәм инглиз телдәрен өйрәнә. Дәрестәр уйын формаһында алып барыла һәм төп баҫым туған телгә яһала. Йыш ҡына үҙәккә яҙыусылар, ағинәйҙәр саҡырыла, улар менән аралашыу, әлбиттә, саф башҡортса алып барыла. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, врач һәм башҡа төрлө белгестәр ҙә үҙәктең йыш ҡунаҡтары. Бынан тыш, кескәйҙәр тыуған яҡтың тарихы менән таныша, музейҙарға йөрөйҙәр. Балалар үҙәгендә ашау хәләл ризыҡтарҙан тора, йома көнө кескәйҙәргә файҙалы һәм татлы күстәнәстәр таратыла. Иман нуры ҡунған был яҡты балалар үҙәге күңелдә тик матур тойғолар ҡалдырҙы.