+16 °С
Ясно
VK

Милләт ҡото - рухлы балалар!

6 июндә Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылы янындағы Хәмит сәсән утарында «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең «Сәсән уҙған ерҙә һүҙ ҡала» тигән республика бәйгеһе бик матур үтте. Ойоштороусыларҙың сараға ныҡлы әҙерләнеүе, балаларҙың бәйгелә ҙур теләк, сәм менән ҡатнашыуы айырыуса маҡтауға лайыҡ.

Милләт ҡото - рухлы балалар!Милләт ҡото - рухлы балалар!
Милләт ҡото - рухлы балалар!

Эпосты яттан һөйләүсе балаларҙың бер-нисәүһен "Аҡбуҙат" журналының Рәхмәт хаттары менән дә бүләкләп киттек.
Бына улар:
✔️Камилә Байтурина,
✔️Айым Әлмөхәмәтова,
✔️Лиә Бикйәнова,
✔️Ҡәҙриә Вәлиева,
✔️Аслан Абдуллин.

 

Афарин, ҡыҙ һәм егеттәр! Һеҙ - милләт ҡото, халҡыбыҙҙың киләсәге!

Милләт ҡото - рухлы балалар!
Милләт ҡото - рухлы балалар!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас