+13 °С
Облачно
VK

Бөгөн Александр Пушкиндың тыуған көнө!

Тап 1799 йылдың 6 июнендә Мәскәүҙә бөйөк рус шағиры Александр Сергеевич Пушкин донъяға килә.Һәм йыл да 6 июндә – бөтә донъяла рус теле көнө, ә Рәсәйҙә Пушкин көнө билдәләнә.Һеҙҙең иғтибарға бөйөк шағирҙың "У лукоморья дуб зеленый" шиғырын («Руслан и Людмила» поэмаһына пролог) һәм уның башҡортсаға тәржемәһен бирәбеҙ.  

Бөгөн Александр Пушкиндың тыуған көнө!Бөгөн Александр Пушкиндың тыуған көнө!
Бөгөн Александр Пушкиндың тыуған көнө!

Диңгеҙ ҡултығында - йәшел имән...
Диңгеҙ ҡултығында - йәшел имән,
Алтын сылбыр тағып ҡуйыулы,
Сылбыр буйлап уҡымышлы бесәй
Көн-төн йөрөй, һалып үҙ юлын.

 

Уңға китһә - йырҙар йырлап бара,
Әкиәттәр һөйләй һул яҡтан,
Мөғжизә ер: шүрәлеләр йөрөй,
Һыуһылыу ҙа ҡарай ағастан.

 

Күҙ күрмәгән серле һуҡмаҡтарҙа
Әллә ниндәй кейек эҙҙәре.
Тауыҡ тәпәйендә бер өй тора -
Ишекһеҙ ҙә үҙе, тәҙрәһеҙ.

 

Үҙән-урман сихриәткә тулы;
Ә таңында аулаҡ ярға тулып
Ҡомдо йыуа тулҡын ҡайнашып,

 

Килеп сыға унан бер-бер артлы,
Ҡараштары шундай нурлы, яҡты
Утыҙ өс тә батыр һәм башлыҡ
Ҡатил батша юл ыңғайы ғына

 

Әсир төшә король улына,
Ә сихырсы урман-диңгеҙ аша
Ғәм алдында болоттарға аша
Бер батырҙы тотоп ҡулына.

 

Батша ҡыҙы һыҡтай зинданында,
Күк бүреһе тоғро гел янында;
Убыр ҡарсыҡ менеп алған киле
Йөрөп ята шунда тиле-миле.

 

Кащей батша, кибеп, алтын һаҡлай.
Рәсәй рухы, халҡы рухы аңҡый!
Булдым унда мин дә, эстем балын,
Йәшел имән төбөндә ултырҙым,
Зирәк бесәй янында мин торҙом
Әкиәтен тыңлап, тылсымланып.

 

Александр Пушкин,
Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе.

 

***
У лукоморья дуб зеленый
У лукоморья дуб зеленый;
Златая цепь на дубе том:
И днем и ночью кот ученый
Всё ходит по цепи кругом;

 

Идет направо — песнь заводит,
Налево — сказку говорит.
Там чудеса: там леший бродит,
Русалка на ветвях сидит;
Там на неведомых дорожках
Следы невиданных зверей;
Избушка там на курьих ножках
Стоит без окон, без дверей;
Там лес и дол видений полны;
Там о заре прихлынут волны
На брег песчаный и пустой,
И тридцать витязей прекрасных
Чредой из вод выходят ясных,
И с ними дядька их морской;
Там королевич мимоходом
Пленяет грозного царя;
Там в облаках перед народом
Через леса, через моря
Колдун несет богатыря;
В темнице там царевна тужит,
А бурый волк ей верно служит;
Там ступа с Бабою Ягой
Идет, бредет сама собой;
Там царь Кащей над златом чахнет;
Там русской дух... там Русью пахнет!
И там я был, и мед я пил;
У моря видел дуб зеленый;
Под ним сидел, и кот ученый
Свои мне сказки говорил.
Одну я помню: сказку эту
Поведаю теперь я свету...

 

А.С. Пушкин.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас