+13 °С
Облачно
VK

ИКЕ ЛӘЙЛӘ

"Шәхес һәм мин" рубрикаһы  

ИКЕ ЛӘЙЛӘИКЕ ЛӘЙЛӘ
ИКЕ ЛӘЙЛӘ

Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ләйлә Исмәғилева — танылған композитор, пианиносы, педагог. З. Исмәғилев исемендәге
Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта, композиция кафедраһы мөдире, Композиторҙар союзы рәйесе. «Хужа Насретдин», «Арҡайым», «Альгамбра раузаһы» һәм башҡа бик
күп музыка әҫәрҙәре авторы. Билдәле дирижерҙар Ф. Мансуров, Н. Рахлин, В. Синайский етәкселегендәге оркестрҙар уның ижадына йыш мөрәжәғәт итә.

 

Ләйләкәйҙе «Аҡбуҙат»тың социаль селтәрҙәренә яҙылғандар яҡшы белә.
Өс йәше лә тулмаған ҡыҙ туған телендә бик матур аралаша. Атаһы Азамат Мөхәмәтйәнов йәштәр араһында шәп КВН-сы, йыр, шиғыр авторы булараҡ билдәле. Әсәһе Алиса
Йомағәлиева — Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы. Ул үҙе лә башҡорт телен күптән түгел өйрәнә башлаған. Башҡортостандан ситтә йәшәгән йәш ғаиләнең саф башҡортса һөйләшеүе, Ләйләне милли рухта тәрбиәләүе —күптәргә үрнәк!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас