+12 °С
Дождь
VK
Дөйөм мәҡәләләр
28 Апреля , 09:55

ИКЕ ӘМИР

"Шәхес һәм мин" рубрикаһы.

ИКЕ ӘМИРИКЕ ӘМИР
ИКЕ ӘМИР

Әмир Дәүләтшин – шуҡ, тиктормаҫ, ҡыҙыҡһыныусан малай. Аралашырға ярата.
Өйҙәрендә башҡортса һөйләшәләр. Йәнһүрәт аша рус һәм инглиз телен өйрәнә.
Өфөнөң 170-се балалар баҡсаһына йөрөй. Киләсәктә ата-әсәһе уны Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһына уҡырға бирергә теләй. Әмир хәрефтәрҙе таный, бейергә ярата. Беҙ уның да, танылған аҙашы кеүек, ҙур шәхес булып үҫеүен теләйбеҙ!

Әмир Ишемғолов – 1998 йылдан Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры булып эшләгән шәхес. Умартасылыҡ буйынса Рәсәйҙә танылған белгес.
Башҡорт бал ҡортон үҙаллы тоҡом булараҡ раҫлау менән шөғөлләнгән, ҙур тоҡомсолоҡ заводын ойошторған ғалим.
Илдә беренсе булып апитерапия үҙәген асҡан, эште ғилми нигеҙҙә ойошторған Әмир Миңлеәхмәт улының халҡы алдында хеҙмәте бик ҙур, уның хаҡында яҡты иҫтәлек һаҡлана.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас