+11 °С
Дождь
VKЕңеүгә - 80 йыл
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апреля , 05:19

ҠУРАЙ ТЫҢЛАП ҮҪКӘН ҠЫҘ

Атаҡлы ҡалимә Фәнүзә Нәҙершинаға – 90 йәш

ҠУРАЙ ТЫҢЛАП ҮҪКӘН ҠЫҘҠУРАЙ ТЫҢЛАП ҮҪКӘН ҠЫҘ
ҠУРАЙ ТЫҢЛАП ҮҪКӘН ҠЫҘ

Өршәк буйынан атаһы менән оҙаҡ ҡына атланы Фәнүзә. Тәбиғәттең шундай йәмле сағы. Ҡоштар һайрай, ҡайҙалыр шишмә сылтырай.
– Бына ошо сабынлыҡ тирәһен үтһәк, ҡыҙым, эстәрәк матур аҡландар бар. Ана шунда үҫә лә инде ҡурай! – тине атаһы ҡуйы үлән араһынан ҡыҙына юл асып.
– Нисек инде үҫә? – ҡыҙыҡай аптырап китте.
– Эйе, ҡыҙым, ҡурай бит моң йәнле үлән! – тип йылмайҙы атаһы.
– Улай икән... Мин уны кешеләр үҙҙәре эшләй икән, тип уйлағайным, – тине ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙыҡай.
Атаһының өйҙә йыш ҡурай уйнағанын ишеткән ете йәшлек бала аҡландан ҡурай эҙләне, әммә күрмәне.
– Бына, ҡыҙым, ҡурайҙар! Күктәрҙең бүләге бит улар халҡыбыҙға. Ана ниндәй булып үҫкәндәр! – тине атаһы аҡландың бер ситендә үҫкән оҙон көпшәләрҙе ҡулы менән һыпырып.
Фәнүзәнең урманда үҫкән ҡурайҙы тәүге тапҡыр күреүе. Ул таң ҡалды! Бер мөғжизәгә тап булғандай, оҙаҡ баҫып торҙо моң эйәләре эргәһендә.

– Атай, ә унан нисек көй сыға һуң? Ул унда нисек тулған? – тине бер ни тиклем торғандан һуң.
– Бик ҡыҙыҡ һорау бирҙең, балам. Көйҙө уға тәбиғәт, донъя үҙе һалған, ә бына ҡурайсы шуны башҡаларға ишеттерә. Был ҡурайҙар әле өлгөрмәгән, ҡыҙым. Бына беҙ йәй аҙаҡтарына килеүгә, моғайын, таждарын балҡытып ултырырҙар әле. Шул саҡта уларҙы ҡырҡып алып, ҡурай эшләрмен. Ҡурай уйнауҙың да, эшләүҙең үҙ йолаһы бар, – тине
Айытбай ағай. Атаһын ғәжәпләнеп тыңланы ҡыҙыҡай: «Бына ниндәй икән ул ҡурай!».
– Атай, минең моң хаҡында күберәк белгем килә! – тине Фәнүзә.
– Улай бик теләгәс, һөйләрмен, ҡыҙым! Кем белә, күңелеңә яҡын булғас, киләсәктә үҙең дә халыҡ моңон өйрәнеүсе булып китерһең! – Айытбай ағай ҡыҙының ҡулынан етәкләне.
«Халыҡ моңо»! Ҡалай ҡыҙыҡ һүҙ. Уны белер өсөн ауылыбыҙҙың бөтә моң эйәләрен дә тыңларға кәрәкме икән?» – тип уйланы ҡыҙ.
Ул саҡта Фәнүзә атаһының ҡурай моңо, урмандағы ҡурай аҡланы аша халыҡ ижадына юл алырын белмәй ҙә ине әле.


Лариса АБДУЛЛИНА.
Рәссам Гөлназ ИҠСАНОВА.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас