

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһында үткән "Китапханалар төнө" акцияһы барышында "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина балалар менән бергәләп тәҡдим ителгән өлгө буйынса пластилиндан турғай һынын әүмәләне. Карина Туҡтарова, Тамерлан Батухтин, Разолинда Плетосу, Любовь Моргунова, Роман Яхин, Тимур Нурмөхәмәтовҡа был шөғөл бик оҡшаны. Балалар, ә һеҙ турғай эшләп ҡаранығыҙмы пластилиндан? Килеп сыҡҡан һынды фотоға төшөрөп, беҙгә ебәрегеҙ!