

Кем әйтте, батырҙар тик әкиәттәрҙә генә була тип? Беҙҙең малайҙар көс, етеҙлек һәм зирәклек йәш йөрәктәрҙә йәшәүен иҫбатланы. Был байрам көнөндә балалар ярышып ҡына ҡалманы, ә халыҡ мәҙәниәтенең сығанаҡтары менән дә танышты.
Конкурстың программаһында түбәндәгесә булды:
- Визит карточкаһын тәҡдим итеү.
- "Батыр таланты" ижади конкурсы.
- "Көслө, етеҙ, ҡыйыу".
- "Батыр кейеме".
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса кесе төркөмдәр араһында:
Гран-при - Лотфуллин Ислам
1 урын - Дилмөхәмәтов Аяз
2 урын - Ғәйнелйәнов Рәхим
3 урын - Хәйруллин Нәдир
Оло төркөмдәр араһында:
Гран-при - Дилмөхәмәтов Арслан
1 урын - Ғәлиев Илназ
2 урын - Әхмәров Дамир, Мөхәмәтшин Эмиль, Мөслимов Имиль
3 урын - Батыров Морат
Еңеүселәр Дипломдар һәм татлы бүләктәр алып ҡыуанды, әммә иң мөһиме – бөтә ҡатнашыусылар күңел күтәренкелеген алды һәм халыҡ мәҙәниәтенең сығанаҡтарына яҡынлашты. Беҙҙең "батырҙарҙы" ҡотлайбыҙ!
Ата-әсәләргә айырым ҙур рәхмәт әйәһе килә – матур кейемдәр өсөн!