-5 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Март , 16:22

"Аҡбуҙат"тың февраль һаны барығыҙға ла килеп өлгөрҙөмө?

Иғтибар итһәгеҙ, беҙҙең баҫма быйыл «Матбуғаттың алтын фонды – 2026» билдәһе менән баҫыла башланы. Сөнки “Аҡбуҙат” журналы «Матбуғаттың алтын фонды – 2026» билдәһенә лайыҡ булды!

"Аҡбуҙат"тың февраль һаны барығыҙға ла килеп өлгөрҙөмө?
"Аҡбуҙат"тың февраль һаны барығыҙға ла килеп өлгөрҙөмө?

Быйыл һоҡланғыс балалар яҙыусыһы Сафуан Әлибаевтың тыуыуына - 85 йыл, шуға күрә беҙ тап уның шиғырҙары менән башлап ебәрҙек февраль һанын. Артабан журналыбыҙҙың баш мөхәррире Лариса Абдуллина әҙерләгән "Ҡурай тыңлап үҫкән ҡыҙ" хикәйәһе менән таныша алаһығыҙ. Был хикәйә атаҡлы ғалимә Фәнүзә Нәҙершинаға арнала, әйткәндәй, Фәнүзә Айытбай ҡыҙына быйыл - 90 йәш! "Бәпембә" рубрикаһында Луганск Халыҡ Республикаһы Краснодон ҡалаһы 2-се һанлы "Акварель" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең рәсемдәре урын алды. Бына улар - һүрәт авторҙары: Злата Шалашова, Николь Шкуренкова, Маша Касминина, Нина Трунова, Станислава Роговенко, Анастасия Притула, Саша Федорова, Дима Токарук. Бик матур, йәнле һүрәттәр, шулай бит? Кескәйҙәрҙең комикс яратыуын беҙ беләбеҙ, шуға был һанда ла сағыу, ҡыҙыҡлы комикс баҫтырҙыҡ. Гөлнара Мостафина журнал өсөн яҙып бирҙе уны, "Серле бейәләй" тип атала. Бейәләйҙең нисек Баллыбайҙан ҡасып йөрөүе хаҡында уҡынығыҙмы? Башҡортса - русса - инглизсә һүҙлектә йәнлектәрҙең 3 телдә нисек аталыуын уҡып белә алаһығыҙ. Рубриканы Зөһрә Рәхмәтуллина әҙерләне. Үткән һандарҙа "Урал батыр" эпосы персонаждарын биргәс, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу тойҙоҡ. Шуға ла был һанда эпос геройҙарын биреүҙе дауам иттек. Был һындарҙы ҡырҡып алып, бүлмәгеҙҙе биҙәп ҡуйҙығыҙмы, бәләкәстәр? "Уйла! Эҙлә! Тап!" рубрикаһы ла бик ҡыҙыҡ булмаҡсы. Шулай уҡ Эля Латипова һеҙгә мауыҡтырғыс уйын тәҡдим итте. Бирелгән һорауҙарға яуап итеп, һүрәт төшөр ҙә, беҙгә һал! Иң шәп һүрәтте журналда баҫып сығарырбыҙ! Быйыл шулай уҡ башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнгән ғалимә Ираида Әхәтоваға – 80 йәш! «Аҡбуҙат» журналын әҙерләгәндә, беҙ һәр саҡ уның ғилми мәҡәләләренә таянып, әкиәт, шиғыр яҙабыҙ, һүрәттәр төшөрәбеҙ! Ираида Әбүбәкер ҡыҙының юбилейы уңайынан беҙ февраль һанында ат тураһында башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәрен бирҙек. Шулай уҡ рәссам Таңсулпан Күгәрсендең «Ғалимә Ираида Әхәтова» рәсеме лә урын алды журналда. Йәнә Рәсәйҙең танылған этнографы, күренекле ғалимә Светлана Шитоваға – 90 йәш! Ошо уңайҙан журналыбыҙҙың яуаплы сәркәтибе Миңлегөл Тайсина, ғалимәнең ғилми эштәренә таянып, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәре хаҡында мәҡәлә әҙерләне. "Рәсәй халыҡтары әкиәттәре – башҡорт телендә" рубрикаһында "Талсыбыҡ" казак әкиәтен баҫтырҙыҡ. Уны беҙгә шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһы Краснодон ҡалаһы 2-се һанлы "Акварель" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре тәҡдим иткәйне! "Шәхес һәм мин" рубрикаһында ике Салауат менән таныштырабыҙ. Уларҙың береһе - Салауат Аҡсаров - махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир, Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. Икенсеһе - дүрт баһадир ир үҫтергән Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылында йәшәүсе Хәсәновтар ғаиләһендәге иң төпсөк бала. Батырыбыҙ кеүек илһөйәр, телһөйәр булып үҫһен кескәй Салауат тип теләйбеҙ!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас