-14 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Март , 15:50

"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!

"Шаян-лига" икенсе ижади кластеры" проекты йәнә отҡор, шаян командаларҙы үҙе тирәләй йыя! Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығының гранттар фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.

"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!
"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!

Мәҫәлән, 10 февраль Сибай ҡалаһында "Урал аръяғы лигаһы" үтте һәм бында 8 команда ҡатнашты.
26 февралдә Дыуан районы "Төньяҡ-көнсығыш лигаһының" фестивалендә 6 команда көс һынашты.
3 март Ишембай ҡалаһының Йәштәр һарайында "Көньяҡ шаян-лигаһының" фестивале ойошторолдо, унда ярышҡа бөтәһе 6 команда ҡушылды.

 

Зональ этаптарҙы 12 мартта “Төньяҡ-көнбайыш шаян-лигаһының” фестивале тамамлаясаҡ.

 

«Үткән йыл уйындарына 20-нән ашыу команда ҡатнашты. Быйыл да зона этаптарында 20-нән ашыу команда уйнар тип ышанабыҙ, ә Суперфинал апрелдә Өфөлә үтәсәк», — тип белдерә РОО РБ «Башҡорт асыҡ КВН лигаһы» идараһы рәйесе Ангелина Халикова.

 

Отҡорлоҡ, шаянлыҡта көс һынашасаҡ бар командаларға ла шәп кәйеф, ҙур уңыштар теләйбеҙ!

"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!
"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!
"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!
"Шаян-лига - 2026" республика буйлап атлай!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас