+16 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
25 Февраля , 05:45

Рәсәйҙең танылған этнографы, күренекле ғалим Светлана ШИТОВАға – 90 йәш

"Өләсәйем һандығы" рубрикаһы

Рәсәйҙең танылған этнографы, күренекле ғалим Светлана ШИТОВАға – 90 йәшРәсәйҙең танылған этнографы, күренекле ғалим Светлана ШИТОВАға – 90 йәш
Рәсәйҙең танылған этнографы, күренекле ғалим Светлана ШИТОВАға – 90 йәш

«Тәңкә, мәрйен һәм кейемгә тегелгән ҡиммәтле әйбер ғаиләнең хәлле булыуын күрһәткән, кешенең йәмғиәттәге билдәле бер урынын сағылдырған. Беләҙек, йөҙөк, һырға, сулпы, ҡаптырма, билбау, кейем суғы, туҡымаға тегә торған көмбәҙ, зауыҡлы муйынсаҡ оҫталар тарафынан яһалған. XX быуат башында башҡорт ауылдарында ювелир әйберҙәр етештереүселәр күп булмаған», – тип яҙа «Башҡорт халыҡ кейеме» китабында ғалимә С. Шитова.
Гүзәл зат кейемен көмөш тәңкә менән биҙәгән, туҡымаға мәрйен баҫҡан. Аҡыҡ, диңгеҙ ҡабырсағы, гәрәбә, эшкәртелгән быяла файҙаланылған. Йәшәгән төбәгенә ҡарап,
биҙәүестәр атамаһы, үлсәме, формаһы, биҙәктәр һаны, туҡымалағы урыны буйынса айырылған.
Елкәне һаҡлап торған биҙәүес – елкәлектәр көньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында киң таралған. Ҡыҙҙар сәс үрместәре лә йөрөткән. Улар йөндән йәки ат ҡылынан үрелгән таҫма, бау рәүешендә булған.
Үрместәргә сулпы, тәңкә теккәндәр.
Һарауыс – ҡатын-ҡыҙҙарҙың маңлай биҙәүесе. Ҡолаҡ биҙәүесенең бәләкәйе – алҡа, сулпылыһы суҡлы алҡа, һырға тип йөрөтөлгән.
Биҙәүестәр бөгөн дә киң ҡулланыла.

Миңлегөл ТАЙСИНА әҙерләне.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас