+16 °С
Облачно
VK
Дөйөм мәҡәләләр
23 Февраля , 05:35

Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнгән ғалимә Ираида ӘХӘТОВАҒа – 80 йәш

Ираида Әбүбәкер ҡыҙы Әхәтова – Рәсәйҙә танылған ғалимә, зооинженер. Башҡорт аттарын тоҡом булараҡ рәсми теркәү башланғысында тора, БР Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре.«Аҡбуҙат» журналын әҙерләгәндә, беҙ һәр саҡ уның ғилми мәҡәләләренә таянып, әкиәт, шиғыр яҙабыҙ, һүәттәр төшөрәбеҙ!

Башҡорт тоҡомло аттарҙы  өйрәнгән ғалимә Ираида ӘХӘТОВАҒа – 80 йәшБашҡорт тоҡомло аттарҙы  өйрәнгән ғалимә Ираида ӘХӘТОВАҒа – 80 йәш
Башҡорт тоҡомло аттарҙы өйрәнгән ғалимә Ираида ӘХӘТОВАҒа – 80 йәш

Ат тураһында башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре:
Ҡолон аҫраһаң, ат менерһең.
Атың булһа, ил таный.
Аҡыл – теҙген, ҡылыҡ – ат, теҙгенеңде белеп тарт.
Алтын йүгән атты яҡшыртмаҫ.
Арбаңа ҡарап йөк ал, атыңа ҡарап юлға сыҡ.
Ат – егеттең юлдашы.
Ат етмәҫ ергә дан етер.
Аты барҙың – ҡанаты бар.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас