Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраля , 15:47

Бөгөн бөтә донъя Туған тел байрамын билдәләй.

Тел – ул халыҡтың хазинаһы, рухы.

ИЛЕМ, ТЕЛЕМ

 

Башҡортостан — нурлы ерем,
Ғәзиз илкәйем.
Илкәйемдең йөҙөк ҡашы —
Туған телкәйем.

 

Атай-олатайҙар теле
Иң-иң яҡыны,
Сәскәләй наҙлы, яғымлы,
Иң-иң яҡтыһы.

 

Мәңге йәшә, берҙән-берем,
Йомарт телгенәм,
Ҡәҙерләһен, ҡурсалаһын
Һине илгенәм!

 

Миңлегөл ТАЙСИНА

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас