-14 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль , 20:45

21 февраль – Халыҡ-ара туған тел көнө!

1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла туған телдәр проблемаһы ҡарала. Һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2000 йылдың 21 феврале Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителә.   Беҙ, ошо ерҙең аҫаба халҡы булған башҡорттар ҙа, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ! Килер быуындарға изге аманат итеп тапшырайыҡ!

БАШҠОРТ ТЕЛЕ

 

Һин — боронғо яугир, башҡорт теле,
Еңеп сыҡтың һәр бер алыштан!
Сынйыр сыңы, ҡылыс тауыштары
Ишетелә алыҫ-алыҫтан.

 

Салауат та һинең кеүек булған,
Һөргөнлө лә үткән ғүмере.
Ауылдарҙа һине һаҡлағандар,
Көлгә күмгән кеүек күмерҙе.

 

Йыраусылар һиңә ҡалҡан булған.
Ҡырҡҡанда ла телен сәсәндең,
Һуңғы һүҙен әйтеп киткән улар,
Түбән төшөрмәгән бәҫеңде.

 

Һин — дәүләттең именлеге, телем!
Һалдат кеүек һаҡта бөгөн дә!
Халҡың киләсәген йөкмәп алдың,
Һин күтәрҙең намыҫ йөгөн дә!

 

Башҡорт теле!
Һин сабыйым кеүек ғәзиз!
Ҡараштарың беҙгә төбәлгән.
Әйтсе, ҡайһы әкиәттә сафлыҡ
Яһилдарҙың барын еңәлгән?!

 

Әйтсе, телем!
Һин бит тере ауаз!
Бармы һине һаҡлар заттарың?!
Хыянатҡа, беләм, язаң ҡаты...
Тоғроларҙың ҙурла анттарын!

 

Лариса Абдуллина

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас