***
Төндә йөрөй — ятмай,
Һыуға сума — батмай;
Аҡмай, йөҙмәй, тик тормай.
Тик торһа ла, тоттормай.
(Һыуҙағы ай шәүләһе)
***
Гәүһәр һиптем — ергә төшмәй,
Алайым тиһәм — буйым етмәй.
(Йондоҙҙар)
***
Аяғы юҡ, ҡулы юҡ,
Һөйләшергә теле юҡ,
Ҡояш кеүек нуры юҡ,
Күрергә күҙе юҡ,
Һис тә етмәгән ере юҡ.
(Ел, дауыл)
***
Оло юлдан күс килә,
Иртән килә, кис килә.
Үр яратмай әйләнә,
Арты өҙөлмәй бәйләнә.
(Йылға)
***
Ҡырҙа үҫкән бер бала
Өйгә килеп моң һала.
(Ҡурай)
***
Оҙон-оҙон юлдарҙан
Оҙон-оҙон ҡыҙ килә,
Башҡынайы ҡалтырай,
Күҙгенәйе ялтырай.
(Йылан)
***
Көмөшлө ҡоршау
Ҡорһаҡҡа тышау.
(Билбау)
***
Һелтәнер, һелтәнер,
Һелтәнгәндә үртәнер.
(Ҡамсы)
***
Ул ниҙер, кем?
Башы айыры күрке бар,
Аҡ тимерҙән бүрке бар,
Фарман итһәң, осоп китеп,
Йән алмаға ирке бар.
(Уҡ)
Фото: Фотографии ИнНу Инзирә һәм Нурзилә төркөмөнән.