+16 °С
Болотло
VK
Дөйөм мәҡәләләр
28 Ғинуар , 12:40

ИКЕ РӨСТӘМ

"Шәхес һәм мин" рубрикаһынан.

ИКЕ РӨСТӘМИКЕ РӨСТӘМ
ИКЕ РӨСТӘМ

Рөстәм ВӘЛИЕВҡа 6 йәш. Ул Өфө ҡалаһы Дим биҫтәһенең 758-се «Аҡбуҙат» башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй. Конструкторҙар төҙөргә, һүрәт төшөрөргә ярата, «Робототехника» түңәрәгендә шөғөлләнә.
Күренекле аҙашы кеүек, бәләкәй Рөстәмдең дә илһөйәр, тырыш, ғәҙел һәм изгелекле булып үҫеүен теләйбеҙ!

Рөстәм НӘБИЕВ – Башҡортостандың Саҡмағош районында тыуған көслө рухлы шәхес, параспортсы. Эльбрус һәм Манаслу тауҙарына ул үҙ ҡулдарында менгән. Социаль селтәрҙә шәхси блогын алып бара, спорттағы ҡаҙаныштары тураһында һөйләй, тормошто яратырға саҡыра. «Минең эшмәкәрлегем кешеләрҙе изгелеккә
этәрә һәм дуҫлыҡты, хеҙмәттәшлекте, үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыуға булышлыҡ итә икән, мин шат», – ти ул. Ҡатыны Индира менән өс бала тәрбиәләй.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас