+1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Ғинуар , 14:07

"Аҡбуҙат" ҡотлауҙар ҡабул итә башланы!

Башҡортостан яҙыусылар союзы - баҫмабыҙ учредителдәренең береһе.

"Аҡбуҙат" ҡотлауҙар ҡабул итә башланы!
"Аҡбуҙат" ҡотлауҙар ҡабул итә башланы!

Яҙып үтеүебеҙсә, кескәйҙәр өсөн башҡорт телендә нәшер ителгән журналыбыҙ быйыл үҙенең матур юбилейын билдәләй. 1991 йылдың ғинуар айында тәү башлап донъя күргән "Аҡбуҙат" ҡа ҡотлауҙар килә башланы.

 

"Оҙаҡ йылдар "Аҡбуҙат" кескәйҙәрҙең яҡын һәм тоғро дуҫы булып ҡала. Туған телдең матурлығын, йолалар байлығын, рухи ҡиммәттәрҙе яҡтыртыуҙа ул ҙур роль уйнай. Күп яҙыусылар, рәссамдар өсөн "Аҡбуҙат" тәүге ижади мәктәп булып торһа, балалар өсөн ул - оло әҙәбиәткә тәүге аҙым.
Редакция хеҙмәткәрҙәренә, автор һәм рәссамдарға, шулай уҡ журналдың үҫешенә күп көс һалған барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм.
"Аҡбуҙат"тың артабан да сәскә атыуын, яңы ижади асыштар, илһамлы ғүмер теләйем. Киләсәктә лә был баҫма бала саҡ, изгелек билдәһе булып ҡалһын!" - тип яҙа ҡотлауында Башҡортостан яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айгиз Баймөхәмәтов.

"Аҡбуҙат" ҡотлауҙар ҡабул итә башланы!
"Аҡбуҙат" ҡотлауҙар ҡабул итә башланы!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас