Беҙҙә ҡунаҡта - Башҡортостандың халыҡ шағиры, прозаик, публицист, тәржемәсе һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова.
Журналыбыҙҙың яҡын дуҫы, әүҙем авторы, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендәге эшмәкәрлеге өсөн Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге республика дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы менән, әлбиттә, балалар әҙәбиәтенә ҡағылышлы темаларға аралаштыҡ.
Беҙҙең әңгәмәләрҙе ҡарап барығыҙ, һеҙҙән һорауҙар көтөп ҡалабыҙ. Фекер алышайыҡ! Балалар әҙәбиәте, журналистикаһы тураһында һеҙ нимә уйлайһығыҙ?
Әңгәмәнең тулы варианты беҙҙең төркөмдә баҫылыр!