– Бына Мәскәүҙә йөрөп ҡайттым. Бәләкәстәр өсөн журнал хәстәрләгәйнем, килеп сыҡманы. Әйҙәгеҙ, «Ағиҙел» эсендә кескәйҙәр өсөн журнал сығара башлайыҡ, унан айырым баҫма асыуға өлгәшербеҙ. Йәш кеше Факиһа, һин яуаплы булырһың, – тине.
Журнал эсендәге журналға «Бәпембә» тип исем ҡуштыҡ. Яҙҙың тәүге сәскәһе, «бәпес» һүҙенә лә оҡшап тора.
Ә 1991 йылдың ғинуарында ул айырым «Аҡбуҙат» журналы булып сыға башланы. Исемен һайлау ҙа ҡыҙыҡ ҡына килеп сыҡты. Тәүҙә яҙыусылар «Бәпембә», «Арғымаҡ», «Толпар», «Бишек» һәм башҡаларын тәҡдим итте. Шул саҡта апайым уҡыған «Аҡбуҙат» әкиәте иҫемә төшөп: «Тылсымлы ла, көслө лә, серле лә «Аҡбуҙат» булһын», – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙем.
Шул уҡ йылда Нефтселәр мәҙәниәт һарайында исем туйын да үткәрҙек, Нурмөхәмәт хәҙрәт фатихаһын бирҙе. Зал балалар, ата-әсәләр, уҡытыусы-тәрбиәселәр менән шығырым тулы булды. «Аҡбуҙат»сылар балаларҙы сәк-сәк менән һыйлап оҙатты.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим журналдың тәүге һанын бик оҡшатты, редакцияға йыш килеп йөрөнө, үҙе лә беҙҙең өсөн әкиәт-хикәйәләр яҙҙы. Бер килгәнендә: «Һеҙгә килһәм, нурлы аҡланға килеп сыҡҡандай булам. Бөтәгеҙ ҙә яҡты йөҙлө, ихлас, ябай, матурһығыҙ. «Аҡбуҙат»тың ғүмере, халҡыбыҙҙың ғүмеренә тиң килеп, мәңгелек булһын», – тине", - тип иҫтәлектәре менән бүлешкән ине журналдың беренсе баш мөхәррире, Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева.
Һеҙҙең иғтибарға 1991 йылда тәү башлап донъя күргән баҫмабыҙҙың ғинуар һанының ҡайһы бер биттәрен тәҡдим итәбеҙ. Күреүегеҙсә, башҡорт әҙәбиәтенең классигы - Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим үҙе лә ул саҡтарҙа журнал өсөн хикәйә, шиғырҙар яҙып бирер булған.
Күпте күргән, матур хәтирәләрҙе үҙендә туплаған баҫма ул - "Аҡбуҙат"!