Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Декабрь 2025, 12:43

МАХ ҡушымтаһы 2025 йылға йомғаҡ яһаны

МАХ именлек үҙәге һәм Рәсәй эске эштәр министрлығы эксперттарының берҙәм эше нигеҙендә 2025 йылда граждандарҙың аҡсаһын урларға маташҡан 40-тан ашыу мутлашыусы ҡулға алынған.

МАХ ҡушымтаһы 2025 йылға йомғаҡ яһаны
МАХ ҡушымтаһы 2025 йылға йомғаҡ яһаны

МАХ кибер хәүефһеҙлек өлкәһендәге алдынғы Рәсәй компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә. Һәм ошо хеҙмәттәшлек 700 меңдән ашыу шикле аккаунтты ябырға, 1 миллиондан ашыу зарарлы файлды юйырға мөмкинлек биргән.

 

Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә 100-ҙән ашыу кеше енәйәтселәрҙең йоғонтоһонан азат ителгән.

 

Сбер менән антифрод-хеҙмәттәшлек алып барыу арҡаһында граждандарҙың 300 миллион һумдан ашыу аҡсаһы мутлашыусыларҙан алып ҡалына.

 

2025 йылда "Пожаловаться" төймәһе аша 600 меңгә яҡын ялыу ебәрелгән. Был һорауҙарҙы ҡарау ваҡыты уртаса 5 минуттан кәмерәк тәшкил иткән.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас