Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан балаларға төрлө уйындар ойошторорға була.
Башта сюжет уйлап табайыҡ.
Яңы йыл мажараһы нигеҙендә ниндәйҙер мәсьәлә ятырға тейеш. Һәм балаларҙы шул мәсьәләне хәл итергә саҡырабыҙ. Мәҫәлән, Ҡыш бабай бүләктәр тоҡсайын юғалтҡан. Һәм уны тик балалар эҙләп таба! Уны табыу өсөн алдан карта әҙерләп ҡуйырға була.
Йомаҡ, башватҡыстар ҙа балаларға оҡшаясаҡ.
Мәҫәлән:
- Йәшерелгән ҡар бөртөктәрен тап та, уларҙа яҙылған хәрефтәрҙән һүҙ төҙө;
- Тышта төрлө уйындар ойоштороу: ҡар өйөмдәрен һикереп үт, ҡар аҫтында йәшерелгән уйынсыҡтарҙы тап, ҡар өҫтөндә кем матурыраҡ һүрәт төшөрөр, ҡарҙан ҡәлғә төҙөү, ҡыш тураһында йомаҡтар ҡойоу һәм башҡалар.
Балалар араһында конкурс та ойошторорға була: мәҫәлән, һүрәттәр конкурсы, ҡул эштәрен баһалау, йыр-моң ярышы. Йә бергәләп Яңы йыл әкиәтен сәхнәләштереү ҙә кескәйҙәр күңеленә хуш килер.
Ә һеҙ балалар менән Яңы йыл алдынан ниндәй күңел асыу сараларын ойоштораһығыҙ?