Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Декабрь 2025, 13:45

ҠОТЛАЙБЫҘ!

14 декабрь - Башҡорт теле көнөндә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында үткәрелгән сарала башҡорт халҡы мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, йолаларҙы пропагандалауға, балалар күңелендә милли рух, телгә, данлы үткәндәргә һөйөү тәрбиәләүгә тос өлөш индергәне өсөн "Аҡбуҙат" журналының мөхәррире Миләүшә Муса ҡыҙы Ғәйфуллина Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!

Миләүшә Муса ҡыҙы! Балалар өсөн яҙған шиғыр, хикәйә, әкиәттәрегеҙ кескәйҙәр күңеленә барып етһен, улар йөрәгендә туған телгә, мәҙәниәткә ҡарата сикһеҙ һөйөү, ғорурлыҡ хисе уятһын!

 

Ижади ҡомарығыҙ һүнмәһен! Сәләмәтлек, ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәт, тыныс, аяҙ көндәр теләйбеҙ һеҙгә!

 

Ихтирам менән, "Аҡбуҙат" тар!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас