Азалина - Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының III "Б" класы уҡыусыһы.
Ул Өфө ҡалаһында, республикала һәм Бөтә Рәсәй буйлап ойошторолған 22 гүзәллек һәм таланттар бәйгеһендә ҡатнашып, шуларҙын 16-һында еңеүсе булып өлгөргән.
“Рәсәйҙең милли матурлығы” Бөтә Рәсәй гүзәллек, сәнғәт һәм ижад фестивале амбассадоры титулы бирелгән, шулай уҡ уны “MIXiCO” брендының амбассадоры һәм “Башаватар” фотопроектының символы итеп тә һайлағандар.
Азалина “Өфө” спорт клубына бейергә, мәктәптә ойошторолған “Аҡйондоҙ" студияһына һәм “Тамыр” вокал студияһына йөрөй. “Тамыр” үҫмерҙәр һәм балалар телеканалының “Тирмәкәй” тапшырыуында алып барыусы ла булғаны бар. Шулай уҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнә, инглиз телен ныҡлы өйрәнә, робототехника түңәрәгендә шөғөлләнә.
Быйыл Азалина “Рәсәйҙең милли суперйондоҙо” Бөтә Рәсәй таланттар конкурсында “Урал батыр” эпосынан өҙөк һөйләп, Гран-при яуланы! Өфө ҡала округы хакимиәте булышлығында үткән йәш дизайнерҙар бәйгеһендә ҡатнашып, үҙенең “Һомайҙың йондоҙҙары” күлдәктәр коллекцияһын тәкдим иткән һәм “Милли кейемдең ижади продюсеры” номинацияһында Гран-приға лайыҡ булған!
Өлгөр, уңған ҡыҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡорт теле көнөнә ҡарата үткәрелгән сарала ла матур итеп сығыш яһаны.
Күҙ теймәһен үҙеңә, Азалина!