

Бында балалар баҫмалары - "Аҡбуҙат" һәм "Аманат" журналдары, "Йәншишмә" гәзите үҙҙәренең конкурстары еңеүселәрен билдәләргә йыйылды.
Билдәле булыуынса, "Аҡбуҙат" журналының Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Мәғариф министрлығы менән берлектә ойошторған "Иң шәп өләсәй" конкурсы шарттарына ярашлы, 1 июлдән 28 ноябргә тиклем үткәрелгән саралар ҡаралды.
Бик матур, һәләтле, йор һүҙле, дәртле өләсәйҙәр менән таныштыҡ беҙ был конкурста!
Ярышта ҡатнашҡан 16 өләсәй араһынан 8 өләсәй еңеүсе тип табылды. Ошо 8 өләсәй генә 4 ай эсендә 37 балалар баҡсаһына ингән, 145 сара үткәргән!
Һәм бына улар - еңеүселәр!
I урын - Көйөргәҙенән Земфира Ғүмәрова менән Әбйәлилдән Нәсимә Ғайсина;
II урын - Учалынан Зәмилә Ғайсина, Мәләүездән Гөлнур Шәрипова һәм Бөрйәндән Гөлдәр Ямғырсина;
III урын - Мәсетленән Тәнзилә Ғәйнетдинова, Көйөргәҙенән Нүрзиә Исмәғилева һәм Миәкәнән Гүзәлиә Мәсәлимова!
Ҡотлайбыҙ!
Өләсәйҙәрҙең был матур, кәрәкле, мөһим эше артабан да дауам итер, тип ышанабыҙ!
Конкурста ҡатнашҡан һәр өләсәйгә - ҙур рәхмәт! Һеҙ - милләт тотҡаһы, йәштәрҙең терәге, балаларҙың бәхете һәм тәрбиә үрнәге!