Мәҫәлән, беҙ 2 декабрь көнө Вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге майҙансығында республика власы органдарының матбуғат хеҙмәттәре хеҙмәткәрҙәре һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн социаль селтәрҙәрҙе сифатлы алып барыуға һәм һөҙөмтәле коммуникацияларға арналған белем биреү семинарында ҡатнаштыҡ.
Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте һәм төбәк менән идара итеү Үҙәге. Ә сығыш яһаусы эксперттар - «Диалог» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма спикерҙары.
Семинарҙа республика медиа киңлегенән 200-гә яҡын вәкил ҡатнашты.
Программа digital-коммуникацияларҙың төп аспекттары буйынса лекциялар һәм интерактив дәрестәрҙе үҙ эсенә алды. Социаль селтәрҙәрҙә алға китеш алгоритмдарынан алып вирус контентын булдырыуға тиклем сығыштар яһалды. Спикерҙар: Марат Гогаев һәм Егор Куликов фәһемле итеп сығыш яһаны, аҙаҡ ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап ҡайтарҙы.