-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Ноябрь , 15:24

Матбуғатҡа яҙылыусы көнө - Дүртөйлөлә!

21 ноябрҙә Дүртөйлөлә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үткәрелде. Уны район хакимиәте ярҙамында «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ойошторҙо.

Сара сиктәрендә район мәҙәниәт йортонда республиканың алдынғы баҫмалары – журналистар һәм мөхәррирҙәр, гәзит һәм журнал уҡыусылары йыйылды.

 

Байрам башланыр алдынан теләге булған һәр кем 2026 йылдың беренсе ярты йыллығына ташлама менән баҫмаларға яҙылды, улар араһында аҙаҡ бүләк уйнатыу ойошторолдо.
Урындағы халыҡ өсөн концерт программаһы ла әҙерләнгән ине. Республика сәхнәһе йондоҙҙарының — Башҡортостандың халыҡ артистары Азамат Ғафаров һәм атҡаҙанған артист Руслан Зөлҡәрнәевтың сығыштарын халыҡ йылы ҡабул итте.

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: