-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Ноябрь , 17:41

Тәрбиәселәргә уңыштар теләйбеҙ!

Мәктәпкәсә белем биреү системаһының һәләтле педагогик хеҙмәткәрҙәрен асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм дәртләндереү, педагогик һөнәрҙең социаль статусын күтәреү маҡсатында 2025 йылдың 24 ноябренән 19 декабренә тиклем «Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы» ҡала һөнәри конкурсы һәм уның сиктәрендә «Туған телдә уҡытыу ойошторолған мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" конкурстары үтәсәк.

Конкурста 42 педагог ҡатнаша (тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәселәр).
Положениеға ярашлы, ҡатнашыусылар 5 конкурс һынауы үтәсәк:
- "Балалар менән педагогик сара";
- "Ата-әсәләр менән мәғрифәтселек сараһы";
- "Оҫталыҡ дәресе";
- "Блицтурнир»;
* Белем биреү форсажы.
Бөгөн конкурсты тантаналы асыу сараһында ҡатнашыусыларҙың исемдәре иғлан ителде, баһалама ағзалары билдәләнде, йәрәбә һалынды.

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: