-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Ноябрь , 22:16

БАЛАЛАР КӨЛДӨРӘ

Алһыу туғаным Стәрлебаш районы Айтуған ауылында донъяға килгән. Ул - билдәле ижадсылар Хәлил һәм Юлдаш Әхтәмовтарҙың ауылдашы. Аҙаҡ ғаиләләре менән әсәһенең тыуған яғына -Ҡыйғы районы Алағуз ауылына ҡайтҡандар.

БАЛАЛАР КӨЛДӨРӘ
БАЛАЛАР КӨЛДӨРӘ

Алһыу Динова бөгөн Өфө ҡалаһындағы 228-се балалар баҡсаһында логопед булып эшләй. Сәфинә ҡыҙына 5 октябрҙә 6 йәш тулды, киләһе йылға мәктәпкә барасаҡ.

 

Был мәҙәктәрҙе яҙып алғанымда Алhыуға 4 кенә йәш ине.

 

Теләгем шул: балалар бәхетле булһын, уйнаhындар, көлһөндәр.
Бала саҡ - иң бәхетле саҡ!

 

ЗИФА ӘБЕЙ НИҢӘ ЕЛӘК ЙЫЙМАЙ?
Әсәһе:
- Ҡыҙым, Зифа тауына еләк йыйырға барайыҡ, - тигәс, Алһыу бик шатланған.
Еләк йыйып алғас, ҡыҙ Зифа тауы тигәнде иҫкә төшөрөп:
- Әсәй, ә Зифа әбей ниңә үҙе еләк йыйырға сыҡманы? - тип һораған.

 

"АЛЛА БИРҺӘ" ОҘАҠ БУЛА!
Алһыу, асығып китеп, әсәһенән билмән һораған.
- Алла бирһә, бешерермен, - тигән әсәһе.
Алһыу, иларҙай булып:
- Алла биргәнде көтмә, үҙеңдекен бешер инде, ныҡ асыҡтым! - ти икән.

 

"ТЕАСТАН"МЫ, "ДИАСТАН"МЫ?
Бер ваҡыт иркенләп сәй эсергә булғайным, сәй һауыты бушағанын аңғарҙым. Алһыуҙы йомошларға булып:
- Бар, күрше бүлмәнән Теастан тигән сәйҙе алып кил әле, - тинем.
Бер аҙҙан Алһыу килеп тә инде:
- Бына, Диастан сәй килтерҙем, - тип, ҡулыма төргәккә уралған сәй тотторҙо.
Баҡһаң, "Теастан" тигәнде "Диастан" тип аңлаған икән.
Ә Диас - Денис ағайымдың малайы, улар беҙгә күрше генә тора.
Хәҙер, сәй бөтөп китһә, "Диастан сәй алып килер кәрәк", - тип көләбеҙ.

 

Илһам Латыпов, Ҡыйғы районы.

 

❓Дуҫтар! Һеҙҙең бәләкәстәрегеҙ ҙә үҙенең мәҙәктәре менән йыш көлдөрөп торалыр бит? Яҙып алып, беҙгә ебәрегеҙ!

 

Балағыҙҙың исем-шәрифен, йәшен күрһәтергә, фотоһын өҫтәргә онотмағыҙ!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: