- Ҙурайғас, мин әрмелә булдым бит инде, тип әйтәм. Шунан мине әрмегә алмаясаҡтар, - тип әйтеп һалды Артур. 2017 йылда әрмелә булған ике туған ағайҙары көлдө лә,
- Иҫәр булғанбыҙ бит! Шулай тип кенә әйтһәк, ни булған?” – тип ҡуйҙы.
***
Артур һорай:
- Ә кем ул бисура?
- Бисура матур ҡыҙға әйләнә ала. Матур ҡыҙға әйләнә лә, ирҙәрҙе үҙенә ҡаратып ала.
Артур, бер аҙ уйланып барғас:
- Әсәй, мин матур ҡыҙға өйләнмәйәсәкмен, - тип ҡуйҙы.
"Бисура әкиәттәрҙә генә була, беҙҙең тормошта юҡ", - тип аңлаттым.
Артабан атлайбыҙ. Артур, реклама таҡтаһындағы ҡыҙға күрһәтеп:
- Әсәй, ҡара ниндәй матур ҡыҙ. Бисура, ахыры... – тип ҡуйҙы.
***
Артур:
- Әсәй, һин һыҙғыра беләһеңме?
- Юҡ.
- Ә олатай һыҙғыра беләме?
- Эйе.
- Уның кеүек булғас, мин дә һыҙғыра беләсәкмен. Юҡ, уның кеүек һимеҙ булғас түгел, ә уның кеүек ҙур булғас. – тип ҡуйҙы.
***
Тирәктең мамыҡ осорған ваҡыты. Артур тәҙрәнән ҡарап торҙо ла:
- Кем шул тиклем бәпембәләрҙе өрә ул бөгөн? – тип ҡуйҙы.