-1 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Октябрь , 18:07

Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!

Күренекле балалар шағирәһе, драматург, фольклорсы, тәржемәсе, педагог Рәсимә Миңлебулат ҡыҙы Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында тыуған.

Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!
Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!

Уҡытыусылыҡ эше менән бер рәттән ул әҙәби ижад менән шөғөлләнде, фольклор буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып барҙы. Шекспир, Мольер, шулай уҡ урыҫ классиктарының әҫәрҙәрен тәржемә итте. Балалар өсөн «Тәтәй ҡалаҡ баҙарҙа», «Тәмле-тәмле тәмлекәс», «Йомро-йомро ер шары», «Бәпес ҡоймағы» тигән шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Уның һүҙҙәренә композитор Әлфиә Зиннурова 40-лаған йыр яҙған.
Телмәр мәҙәниәте буйынса ғилми китаптары бар.

 

"Аҡбуҙат" журналының октябрь һанында шағирәнең кескәйҙәр өсөн яҙған шиғырҙары донъя күрҙе. Әҙибәнең ятлауға еңел, йырлап торған шиғри күстәнәсе уҡыусыларыбыҙ күңеленә хуш килер💥

 

#журналхаҡында

Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!
Рәсимә Ураҡсинаның тыуыуына - 75 йыл!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас: