Улар Өфөгә “Һәнәк” журналының 100 йыллыҡ юбилейына килгән икән. Үҙҙәрендә нәшер ителгән кескәйҙәр журналын да алып килгән улар бүләккә. 1986 йылдан донъя күрә башлаған коми телендәге "Би кинь" ("Осҡон") журналы "Аҡбуҙат"тан бары бер нисә йылға олораҡ булып сыҡты.
Журналдың яңы һандарын бүләккә алған ҡунаҡтарыбыҙ баҫмабыҙҙың сағыу, һүрәттәрҙең оҫта төшөрөлөүенә иғтибар бирҙе.